logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Работа участника проекта “Акселератор юных литераторов” Таштимерова Гафура

Работа участника проекта “Акселератор юных литераторов” поддержанного Президентским фондом культурных инициатив Таштимерова Гафура Рустамовича ученика 8 Б класса МОБУ “Башкирский лицей имени Рамазана Уметбаева”.

Беләгеңдә көс булһын!

Ҡатнашалар: Мәктәп уҡыусылары: Буранбай, Айҙар,
Ильяс, Леонид, Сәмит.
Беренсе күренеш
Класс бүлмәһе. Унда балалар йыйылған.
Айҙар. Буранбай, бөгөн изложение була тигәндәр ине. Буранбай. Нисек инде ? Хәҙер !? Бөгөн !? Айҙар. Ҡурҡма, ул иң аҙаҡҡы дәрес, ҡасырбыҙ ҙа ҡуйырбыҙ Буранбай. Ә әсәй менән атайға ни тип әйтәбеҙ һуң? Айҙар. Әәәй, ҡурҡма, иң аҙаҡ дәрес булманы ла ҡуйҙы тигән дә ҡуй. Буранбай. Яраай уйлармын. Ильяс. Ни тип бышылдашағыҙ? Дәрестән ҡасырға уйлайһыҙмы ? Айҙар. Эйе, эйе, ниңә улай итеп ҡысҡыраһың ? Ишетәләр бит. Ильяс. (Тауышын асып) Юҡ. Дәрестән ҡасырға ярамай. Айҙар. Ярай, ярай, тауышланма.
Шулай итеп һуңғы дәрес килеп етте. Айҙар. Шунан ҡасабыҙмы ? Буранбай. Хмм, бөгөн биш алырға теләгәйнем, тик изложенияла ултырғы килмәй. Һиңә лә һүҙ бирҙем бит. Ярай ҡасайыҡ(сумкаларын алып ҡасалар)
Леонид менән Сәмиткә тап булалар. Леонид. Так. Так, и куда же мы идем ? Сәмит. Әәһһәә, дәрестән ҡасырға йөрөйһегеҙме? Ильяс. Кит, кит, ҡаҡшатма. Сәмит. Кит ҡоро ерҙә йәшәмәй, шуны ла белмәйһеңме ? Леонид. (С усмешкой) Оставь их, пусть идут. Сәмит. Нисек инде ?
Ильяс. Ебәр, ебәр, киттек.(шылып уҙ юлдары менән баралар) Сәмит (психланып). Нишләп һин аларҙы ебәрҙең? Леонид. Балбес ты, ничего не понимаешь. Они еще сыграют свою роль. Сәмит. Әәәәә, вот в чем дело, ну и голова ты. Буранбай, Айҙар китәләр
Икенсе күренеш.
Буранбай, Айҙар мәктәпкә килә. Леонид, Сәмит уларҙың юлын бүлә.
Леонид. Слышь, 100 рублей гони ! Буранбай. Нимәәә ? Сәмит. Нимә ишеттең? Буранбай. Ә нимә мин ишеттем ? Беҙ дурак тигәнегеҙҙе генә ишеттем. Сәмит. Хәҙер беҙ һиңә курһәтербеҙ дуракты! (йоҙороғын күрһәтә) Айҙар. Тәәк, бында нимә бара ? Леонид. Ты тоже деньги гони. Айҙар. Юҡ, ни өсөн бирергә тейешбеҙ ? Cәмит. Һә, был баланың башы эшләмәй икән. Леонид. Если вы, сейчас же не дадите деньги, то я расскажу ,что вы вчера сбежали с урока. Айҙар. Ах ,ты! Буранбай. Юҡ һуғышмайыҡ, бирәйек тә китәйек. Сәмит. Ниңә бышылдашағыҙ , бирегеҙ тиҙерәк. Буранбай, Айҙар кеҫәләренән аҡса сығаралар. Леонид. Вооо, вот так бы и сразу, а то стоят понимаешь ли и ждут … Сәмит. Ююююҡҡҡ ,был беҙгә етмәй, тағын 40 һум бирегеҙ! Айҙар. Нимәәә !? Минән булдыы.Башҡа аҡса юҡ.
Сәмит. Нимә тейһең ? Әллә ишетмәйһеңме?
Сәмит Айҙарға һуға, уның танауы ҡанай.
Буранбай. Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ебәрегеҙ беҙҙе! Сәмит. Әәәә ? Һиңә лә кәрәкме?(Буранбайҙың күҙенә эләгә).
Леонид. С вас каждый день по сто руб.
Айҙар. Нимә???
Буранбай. Ҡайҙан алайыҡ беҙ ул аҡсаны!
Сәмит. Аңламаһағыҙ, тағы өҫтәрмен!
Ильяс инә.
Ильяс . Нимә булды, малайҙар? Кем һеҙҙе туҡманы?
Леонид. Ха-ха-ха! Еще один герой! Самит, добавь ему!
Сәмит Ильясҡа ынтыла. Тик Ильяс прием ҡулланып, Сәмитте йыға һуға.
Леонид. Ах, ты! Салага!
Тик Ильяс прием ҡулланып Леонидты ла йыға һуға.
Буранбай Сәмиткә, Айҙар Леонидкә барып йәбешә.
Буранбай. Аҡсаны кире ҡайтарығыҙ!
Айҙар. Молодец, Ильяс! Иҙмәләрен иҙәйек быларҙың!
Леонид. Ребята, сдаемся.
Сәмит. Аҡсағыҙҙы ҡайтарам, тик туҡмамағыҙ!
Сәмит аҡсаларын кире бирә.
Буранбай. Ильяс, ниэшләйбеҙ?
Ильяс. Китһендәр. Тик башҡаса бәйләнмәһендәр минең дуҫтарыма.
Сәмит. Юҡ-юҡ. Леонид, киттек.
Леонид. Мир, ребята, мир.
Айҙар. Тиҙерәк табанығыҙҙы ялтыратығыҙ!
Леонид, Сәмит китә.
Буранбай. Ильяс, беҙгә һинең алдыңда оят, ниндәй амбалдарҙы йыға һуҡтың да ҡуйҙың.
Айҙар. Ҡайҙан өйрәндең ул приемдарҙы?
Ильяс. Спорт менән шөғөлләнәм. Көрәш секцияһына һеҙҙе лә саҡырам, теләгегеҙ булһа. Тик, аңғартам, дәрес ҡалдырып йөрөүселәргә унда урын юҡ.
Буранбай. Айҙар, нисек уйлайһың?
Айҙар. Дәрестән ҡасмаясаҡбыҙ, тырышып уҡырбыҙ.
Ильяс. Бына был егеттәр һүҙе.
Буранбай. Компьютерҙә бөкөрәйеп ултырғансы, көс йыйырбыҙ!
Айҙар. Леонид кеүектәргә отпор бирербеҙ !
Ильяс. Хуплайым! Һәр егеттең беләгендә кос булhын!
Шаршау