logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Милләт ҡотон һаҡлай ағинәйҙәр

Ҡалабыҙҙа эшләп килгән “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары бик күп матур эштәрҙең башында торалар. Беҙҙең китапханала ойошторолған “Кунел утрауы” клубында даими үткәрелеп килгән “Оҫталыҡ дәрестәрендә” лә ағинәйҙәребеҙ Йәнбәкова В.Ә., Усманова М.Т. бик теләп ҡатнашалар, бай тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.
Ҡашмау, һаҡал, селтәр, … Ошо тарихи әйберҙәрҙе улар ентекләп өйрәнә, милли колоритҡа таянып, беҙгә дөрөҫ итеп эшләргә өйрәтергә тырышалар.

30 март көнө үткәрелгән сираттағы “Оҫталыҡ дәрестәрендә”лә хөрмәтле Ағинәйҙәребеҙ йыйылыусылар менән, һаҡал (селтәр), хәситә эшләү серҙәре менән бүлештеләр һәр береһенә тәфсирләп аңлаттылар, эшләп күрһәттеләр.
“Оҫталыҡ дәресе” тамамланғас, тәмле сәй өҫтәле артында, сарала ҡатнашыусы ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ, киләсәккә пландары менән уртаҡлаштылар, республикала үтәсәк башҡорт милли кейеме байрамына әҙерлек эштәре тураһында кәңәшләштеләр.
Әүҙем, егәрле оҫтабикәләребеҙ бөгөн дә эҙләнеү, өйрәнеү, камиллашыу юлында.