logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Башҡортостандың халыҡ шағиры Н. Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл

Назар Нәжми – Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы башҡорт әҙәбиәтенең үҫешен билдәләгән әҙиптәрҙең береһе. Уның тәрән хис-тойғоларға тулы шиғырҙары, ҡырҡыу проблематикалы поэмалары, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе бар тулылығында һәм ҡатмарлылығында сағылдырған драма әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль яңғырай, ә уның шиғырҙарына яҙылған “Юҡҡа түгелдер”, “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс”, “Ҡара муйыл”, “Ләлә” һ.б. йырҙар әле лә яратып башҡарыла.

Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ҡалабыҙҙың уҡыу йорттарында, мәҙәни усаҡтарында, китапханаларҙа әленән-әле күркәм саралар ойошторолоп тора. 29 март Сибай ҡалаһының 2-се һанлы моделле китапхана филиалында Н. Нәжмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләү һәм уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыу буйынса “Шиғри тамсылар” тип исемләнгән конкурс үтте. Сарала Сибай институтының педагогика факультеты студенттары ҡатнашты.

Конкурста ҡатнашыусылар шағирҙың гражданлыҡ лирикаһына ла, фәлсәфәүи лирикаһына ла, мөхәббәт һәм тәбиғәт лирикаһына ла мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, әҫәрҙәр башҡорт телендә лә, рус телендә лә яңғыраны. Һөҙөмтәлә Н. Нәжмиҙең “Ҡайҙа булдым” шиғырын тасуири һөйләүсе Йәрмөхәмәтова Динара (4 курс) 1 урын яуланы, “Ғүмерҙең өс йыры” исемле шиғырҙы яттан һөйләүсе Янбаева Наҙгөл (2 курс) һәм шағирҙың “Таңдарҙа гармун уйнаның” әҫәрен һөйләүсе Күсәрбаева Айзилә (1 курс) 2 урынды алды. Ә 3 урынды Дауытова Алина (3 курс), Мырҙаҡаева Мәҙинә (3 курс) һәм Шәмсутдинова Зарина (2 курс) бүлеште.

Сараны Н. Нәжми шиғырҙарына яҙылған йырҙар биҙәне: Солтанғужин Хәсән, Ғәйнуллин Ғәзинур һәм Сәғитов Илсур “Ҡышҡы романс” йырын башҡарып бөтәһен моңландырһа, 3 курс студенттары башҡарыуындағы “Юҡҡа түгелдер” йыры дәртләндерҙе, йөрәктәрҙе елкендерҙе, ә 2 курс ҡыҙҙары башҡарған “Өфө йүкәләре” йырын бөтә зал бергә ҡушылып йырланы.

Был сәмле һәм күркәм сараны абруйлы жюри ағзалары – моделле үҫмерҙәр китапханаһының хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге мөдире Яҡупова Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы һәм Сибай институты уҡытыусылары баһаланы.

“Шиғри тамсылар” конкурсын китапхана мөдире Нәзирә Фәйзрәхмән ҡыҙы Йәнбирҙина һәм Гөлшат Айбулат ҡыҙы Сафонова бик оҫта итеп ойоштороп, матур итеп алып барҙылар. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙ 2 се– моделле китапхана-филиалы менән тиҫтә йылдар дауамында һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Тәжрибәле, үҙ эшен яратып башкарған китапхана мөдире Нәзирә Фәйзрәхмән ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ.

Әҙиптең ғүмерен уның әҫәрҙәренең үлемһеҙлеге билдәләй тиҙәр. Был йәһәттән Башҡортостандың халыҡ шағиры Н. Нәжми ижадын шағир һүҙе һәм шиғриәткә ҡуйылған мәңгелек һәйкәл тип атарға булыр ине. Шағирҙың халҡына әйтер ялҡынлы һүҙе Өфө йүкәләре шауында ғына түгел, тәрән хис-тойғоло шиғри юлдарҙа, йәш йөрәктәрҙә һәм һәр заманда яратып башҡарылған моңло йырҙарҙа.

Г.Х. Сәмерханова, Сибай институтының,башҡорт һәм рус филологияһы доценты