Милләт ҡото – ағинәй
Ҡалабыҙҙа эшләп килгән “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары бик күп матур эштәрҙең башында торалар. Беҙҙең китапханала ойошторолған “Кунел утрауы” клубында даими үткәрелеп килгән “Оҫталыҡ дәрестәрендә” лә ағинәйҙәребеҙ Йәнбәкова В.Ә., Усманова М.Т. бик теләп ҡатнашалар, бай тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.
Ҡалабыҙҙа эшләп килгән “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары бик күп матур эштәрҙең башында торалар. Беҙҙең китапханала ойошторолған “Кунел утрауы” клубында даими үткәрелеп килгән “Оҫталыҡ дәрестәрендә” лә ағинәйҙәребеҙ Йәнбәкова В.Ә., Усманова М.Т. бик теләп ҡатнашалар, бай тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.
Ошо йәмле яҙ көндәрендә белемле, итәғәтле, әүҙем йәмәғәтсе ханым, уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, ҡартәсәй, – бар яҡлап та үрнәк алырлыҡ ағинәй – Йәнбәкова Венера Әнуәр ҡыҙы үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй.
Күңелендә илаһилыҡҡа, матурлыҡҡа һоҡланыу йөрөткән, үҙ халҡының ғөрөф- ғәҙәттәренә, тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә битараф булмаған ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ!
Венера Әнәр ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла тынғыҙ хеҙмәттә.Ҡашмау, һаҡал, селтәр кеүек тарихи әйберҙәрҙе ул ентекләп өйрәнә, милли колоритҡа таянып, беҙгә дөрөҫ итеп эшләргә өйрәтә. Яҡындарына, заказ биреүселәргә милли кейемдәр тегә, селтәр эшләй, йәш быуынға яратҡан шөғөлөнең нескәлектәрен өйрәтен кенә ҡалмай аҡыллы кәңәштәрен дә юллай.
Боронғоларҙың бер аҡылы булыр был: кәңәш бирә йөрөгөҙ, кәңәш ала йөрөгөҙ. Башҡорт донъяһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ағинәйлек, тәрбиәсе булыу, донъя ҡотон һаҡлау, донъя усаҡтарын һаҡлау- уның йәшәү рәүеше ул.
Венера Әнәр ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, бәхеле оҙон ғүмер, теләйбеҙ.
Китапханаларҙа үткәрелгән барлыҡ сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән әүҙемлегегеҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Берәү әйтмешләй, ҡотһоҙ булыр ине был донъя, ҡотлап һине һүҙҙәр яумаһа. Беҙ ҙә хөрмәтле ағинәй Венера Әнүәр ҡыҙына ошондай йылы һүҙҙәрҙе тағы ла күберәк ишетеп, 100 йәште уҙғансы милләтебеҙҙең ҡото булып йәшәүен теләйбеҙ!
Нәзирә Иҙелбаева – Йәнбирҙина, 2-се китапхана-филиалы мөдире