logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Кейемде этностилдә буяу серҙәренә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе

Оҫталыҡ дәресен Раушания Рамаҙанова, шулай уҡ кейемде этностилдә буяусы, үҙ эшенең оҫтаһы Айгөл Үтәрбаева «Күңел утрауы» клубы(2-се һанлы модель китапхана филиалы) менән берлектә үткәрәсәк.

Беҙҙең оҫталыҡ дәресе һеҙгә кейемгә түшелдерек һүрәте (контурлы), шулай уҡ төрлө башҡорт орнаменттары төшөрөргә, төҫтәр менән дөрөҫ эш итергә өйрәнергә ярҙам итәсәк.

Кейем буяр өсөн һеҙҙең был өлкәлә махсус белемле булыуығыҙ мотлаҡ түгел.

Буяуҙар, кәрәкле эш ҡоралдары – барыһы ла оҫталыҡ дәрестәренең хаҡына индерелгән. Һеҙгә бары буярға теләгән кейемегеҙҙе генә алып килергә кәрәк.

Оҫталыҡ дәресе 12 май көнө 14.00 сәғәттә Сибай ҡалаһының Белов урамы 40 адресы буйынса урынлашҡан 2-се һанлы модель китапхана филиалында үткәреләсәк.

Оҫталыҡ дәресенең үткәрелеү хаҡы – 300 һум.

Ҡатнашырға теләк белдереүселәр 5-82-34 (2 се китапхана-филиалы), 89279418161 телефондары номеры аша яҙыла ала.Йә иһә «Бәйләнештә» йәки Whats App (89279418161) яҙығыҙ!