logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Ватанды һаҡлаусылар көнө

Һәр тыуған таң ерҙә тыныс булһын,
Имен булһын ине доньялар.
Аяҙ күгебеҙҙе болот ҡапламаһын,
Йылмайһындар ерҙә сабыйҙар.
Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Р. Өмөтбаев исемендәге лицейҙың 2а класы уҡыусылары олатай, атайҙарын саҡырып яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрик иттеләр. Байрам уңайынан матур шиғырҙар уҡып, йырҙар йырлап, бейеп күрһәттеләр. Атай, олатайҙары өсөн был ҙур ҡыуаныс һәм бүләк булды. Үҙ ҡулдары менән эшләгән кескәй генә бүләктәрендә ысын күңелдән ҡабул иттеләр. Малайҙар атайҙары менән бергәләп уйын конкурстарҙа ла ҡатнаштылар. Үҙҙәренә «татлы приз»дарҙа ҡырҡып алдылар. Кластағы ҡыҙҙар ҙа малайҙарға бик шәп кенә бүләк әҙерләгәндәр.