logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

#ВсемирныйКурултайБашкир #ТуғанТелдәрКөнө2021
21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО ошо датаны булдырҙы. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле донъя халыҡтары 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр икенсеһе тиерлек онотола бара. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, 100 меңдән аҙыраҡ кеше аралашҡан тел юҡҡа сығыуға дусар була бара. 5 йыл элек ЮНЕСКО Рәсәйҙәге 136 телде юғалыу хәүефе аҫтындағылар тип иғлан итте.
19 февралдә, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, Р. Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусылары Яхина Зөлфиә, Илғыуатова Илзидә, Һөйөндөкова Алтынай һәм Хәлитова Лиана (етәкселәре – Балалар экология – биология үҙәге педагогы, “Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрәге етәксеһе Н.Ә. Байбултаова) яратҡан шиғырҙарын һөйләнеләр. Китапханасы балаларға телде һаҡлау, яҡлау буйынса тәрбиәүи әңғәмә үткәрҙе, китап уҡыуҙы пропагандаланы.