logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Мәүлит Ямалетдиновтың ижадына арналған «Халҡыма булһын бүләгем» әҙәби-музыкаль кисә

Йыһазландырыу: «Әҙип аманаты» китап күргәҙмәһе, проектор, экран,  микрофон.

Экранда слайдтар күрһәтелә.

Алып барыусы:  Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар һәм әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! Бөгөн беҙ, күп яҡлы талант эйәһе – төрлө жанрҙағы 27 китаптың авторы, сәсән, тәржемәсе, уҡытыусы, ҡурайсы Мәүлит Ямалетдиновҡа арналған кисәгә йыйылдыҡ.

Мәүлит Ямалетдин (Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы) 1947 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Учалы районы Аһылай ауылында тыуған. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған кеше булараҡ, ауырлыҡтарға бирешмәй, тырыш, маҡсатына ынтылыусан булып буй еткерә. Белем алыуға ынтылышы көслө була уның. Ҡаҙаҡҡол ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфө музыкаль-педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын Баймаҡ интернат-мәктәбендә йыр һәм музыка уҡытыусыһы булып башлай. 1968-1970 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, унан һуң Сибай интернат-мәктәбендә һөнәре буйынса эшләй. Әҙиптең эҙҙәре Сибай ҡалаһы урамдарында ла уйылып ҡалған. Был турала уның «Хәтер төбө – хәтирә» эссеһында яҙылған. Бөгөнгө кисәбеҙҙә Сибай ҡала мәҙәниәт идаралығы методисы, профком председателе, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сажиҙә Факил ҡыҙы Ғәниева ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ, рәхим итегеҙ!

Әҙип 1972-1977 йылдарҙа Иҫке Сибай музыка мәктәбендә балалар уҡыта, директор вазифаһын башҡара.

Кисәлә Иҫке Сибай музыка мәктәбендә бергә эшләгән коллегалары ҡатнаша. Улар – Сибаева Рима Аллаяровна, Ҡаһарманова Зөһрә Дидаровна.  Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ ——————

1977-1984 йылдарҙа Учалы районының «Байрамғол» совхозында музыка мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1985-1987 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Ҡайтҡас Учалы ҡалаһының музыка мәктәбендә һәм музыка училищеһында ҡурай буйынса дәрестәр алып бара.

Оҙаҡ йылдар эшләү тәжрибәһенә таянып, схематик рәүештә нотаға һалынған көйҙәрҙе туплап, автор  «Һыҙҙырт әле ҡурайыңды!» йыйынтығын сығара.

(слайд “Һыҙҙырт әле ҡурайыңды!” йыйынтығы)

(Ҡурайҙа – Нурғәле Кәйекбирҙин  уйнап ебәрә  )

Күп ҡурайсыларҙың остазы, данлыҡлы ҡурайсы Кәйекбирҙин Нурғәле Мирғәле улы —–көйөн башҡарҙы. Әйҙәгеҙ, һүҙ һеҙгә бирелә. (һөйләй)

 ( Презентация экранда: эшләү дәүере,  талғын көй уйнай.). Мин уҡыйым.

1991-1996 йылдар – Учалы Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе

1996 йыл –  «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары

1997-2001 йылдар-  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Секретариатында бүлек мөдире, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай

2001-2003 йылдар – «Ағиҙел» журналы редакцияһында проза бүлеге мөхәррире

2005-2008 йылдар – Учалы Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе

2013-2016 йылдар – «Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе

2016  йылда «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондын ойоштора һәм уның рәйесе була.

«Йыр һәм шиғыр миңә – илһам тигән

Бер үк ҡоштоң ике ҡанаты»,  тип яҙҙы үҙенең «Игеҙәктәр» шиғырында. Ысынлап та, Мәүлит Ямалетдиндың шиғырҙарын уҡығанда, ниндәйҙер моң яңғырап киткән кеүек. Шиғырҙарына күп кенә композиторҙар йырҙар ижад иткән. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ижадташ дуҫы, шулай уҡ күптәрҙең остазы булған һәүәҫкәр композитор, үҙәк ҡала китапханаһында эшләгән «Ынйылар» ижадсылар клубы ағзаһы Рима Барый ҡыҙы Ғәлинаны саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!  (Рима Ғәлина һөйләй, фортепианола уйнап йырлай).

«Шағир итеп яратылһа йәнең-

Ергә иң ныҡ яҡынлаған мәлең:

Кинәйәләп донъя хикмәттәрен,

Танытырһың тормош ҡиммәттәрен».

Шағир булып яратылған йәне беҙгә бихисап күп иҫ киткес шиғырҙарын, поэмаларын, эпос, дастандарын, шиғри әкиәттәрен, тәржемәләрен ҡалдырҙы.

(Слайд шиғри китаптары  )

Ирәмәл: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 32 бит.

Таң йондоҙо: Шиғырҙар. Поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 60 бит.

Ай ҡыҙы: Шиғырҙар, әкиәттәр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 47 бит.

Һомай ҡош: Шиғырҙар, әкиәттәр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 80 бит.

Ҡот: Шиғырҙар һәм хикәйәт.- Өфө, 1995.

Һаумы, зәңгәр һауа: Шиғырҙар. Поэмалар.- Өфө, 1996.

Һайланма әҫәрҙәр: том 1.- Өфө,2013.

( Шиғри күстәнәс менән сығыш яһай  Сибай педагогия колледжы студенты _________________________________

 

(Слайд-  Әҙәбиәт, шиғриәт, тип яндым,

Донъя көтөп яныр урында…)

Әҙәбиәткә шағир рәүешендә аяҡ баҫһа ла, сәсмә жанрҙар ҙа ят булмай уға, тәүҙәрәк нәҫерҙән башлап ебәрә был өлкәне. Фәҡәт шиғриәт йәки проза менән шөғөлләнеүсе әҙиптәрҙе бер ҡул менән утын ярыусы кешегә оҡшатам, ти ул. Шулай итеп, 80 –се йылдарҙа прозаик булараҡ та танылыу яулай Мәүлит Ямалетдин.

(Слайд – Муса батыр китабы).  Башҡорт халҡының легендар геройы комбриг Муса Мортазин хаҡында бер үк ваҡытта Рәшит Солтангәрәев, Яңыбай Хамматов, Мәүлит Ямалетдинов тотонған булалар. “Ағиҙел” журналында Ямалетдиновтың ғына повесын баҫтыралар. Өс авторҙың әҫәре «Муса батыр”  исемле йыйынтыҡ итеп баҫтырыла. «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым» повесы 2021 йылда Республикала башҡорт тарихы буйынса «Иң яҡшы 100 китап» исемлегенә индерелде.

(Слайдтар  проза китаптары. Талғын көйгә.)

Китап уҡыусылар яратып уҡыған әҫәрҙәре бик күп яҙыусының. Шуларҙың береһе менән Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, мәғариф ветераны, үҙәк ҡала китапханаһында эшләгән «Ынйылар» ижадсылар клубы ағзаһы, «Ҡәләм һынау»  республика конкурсында проза әҫәрҙәре буйынса 2 – се урын алған Үҙәнбаева Рәйсә Заһретдин ҡыҙы фекер уртаҡлаша. Рәхим итегеҙ!

Мәүлит Ямалетдин 90 – сы йылдарҙа эпик әҫәрҙәр ижад итә. Һуғы һартай эпосын, Күлтәгин дастаны һ.б

Бүләк ителгән Валерия Прохорованың «Коран. Переводы смыслов» китабын уҡығас, сүрәләрҙе шиғри ҡалыпҡа һалыу теләге тыуа әҙиптә. Һәм төрки әҙәбиәттәр тарихында беренсе булып, ҡырҡҡа яҡын Ҡөръән Кәрим сүрәләрен башҡортса шиғри телдә яңғырата.

(Слайд – китап «Ҡөръән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма»)

Хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны, ике китап авторы, хажиә, «Ынйылар»  ижадсылар клубы ағзаһы  Йәнтүрина Таңһылыу Зиннәт ҡыҙына һүҙ бирелә.  (Слайд –  төрлө фотолар ).

 Һүҙ бирелә әҙиптең ҡыҙы – Зөбәржәт Мәүлитбай ҡыҙы Ғәлишинаға. Рәхим итегеҙ!   ———————

Һүҙ бирелә Сибай китапханалары системаһы директоры Миңзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитоваға. Рәхим итегеҙ.  —————

Бөгөнгө кисәнең инициаторы, ойоштороусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының элекке уҡытыусыһы – Зәкирова Рәшиҙә Ғилмитдин ҡыҙына һүҙ бирелә. Рәхим итегеҙ!

Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мәүлит Ямалетдин ниндәй генә темаға мөрәжәғәт итмәһен, һәр саҡ үҙ быуыны тураһында яҙҙы. «Ямалетдин – үҙе бер мөғжизә, уникаль күренеш», тине атаҡлы академик Ғайса Хөсәйенов. Уның милли аһәң, моң һәм фәлсәфәүи тәрәнлек менән һуғарылған, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнгән әҫәрҙәре күңелгә яҡын. Мәүлит Ямалетдинды башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләгән әҙиптәр рәтенә индерергә була. Ысынлап та, халҡына бик ҙур рухи бүләк ҡалдырҙы ул. Кисәбеҙҙең беренсе өлөшөн Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улының ошо юлдары менән тамалағы килә:

«Бик теләнем ҡурсаларға

Һеҙҙе ямандан,

Мәхрүм ҡалмаһын тип халҡым

Телдән, имандан »

Ошоноң менән, беҙҙең кисәбеҙҙең 1-се өлөшө тамам. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Кисәбеҙҙең 2-се өлөшө дауам итә.