logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы»

Башҡорт халҡының мәшһүр эпик ҡомартҡыһы — «Урал батыр»ға арналған көндө Сибай ҡалаһы крайҙы өйрәнеү музейында бик фәһемле түңәрәк өҫтәл «Урал-батыр эпосы: башҡорт халҡының рухи коды һәм мәзәни мираҫы» уҙҙы.
Был мәртәбәле сарала Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Иҙрисова һәм 5-се филиал китапхана мөдире Илмира Иршат ҡыҙы Байгилдина әүҙем ҡатнашты. Улар «Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы» исемле бай күргәҙмә тәҡдим итте.
Күргәҙмәнең төп өлөшөн «Урал батыр» эпосына арналған китаптар, тарихи яҙмалар һәм был бөйөк ижад хаҡындағы тикшеренеү эштәре тәшкил итте. Экспозиция аша эпостың барлыҡҡа килеү тарихы, уның нигеҙендә ятҡан мәңгелек ҡиммәттәр һәм башҡорт халҡының рухи мираҫы сағыла.
Ошо күркәм күргәҙмәне конференцияға килгән студенттар, уҡытыусылар һәм спикерҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Сара барышында улар эпосты өйрәнеүҙең әһәмиәте тураһында фекер алышып, Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһы фондында һаҡланған сығанаҡтар менән танышыу мөмкинлеген алды.
Бындай берлектәге эш йәш быуын вәкилдәрендә тыуған илгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләй һәм милли мираҫыбыҙҙы киләсәккә тапшырыуға булышлыҡ итә.

#Библиотекафилиал5
#МБУКСибайскаяЦБС
#УралБатыр#Эпос #Культурноенаследие#Башкортостан