logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Таңһылыу Ғәйнуллина менән фәһемле осрашыу

1 апрелдә, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, РФ мәғариф алдынғыһы, күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Ҡунаҡ ҡаршылағанда” хикәйәһе буйынса фекер алышыу сараһы уҙҙы. Сарала Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының 1- се курс студенттары һәм уларҙың уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлнара Мөххәррәм ҡыҙы Шакирова ҡатнашты. Сара Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт ғаиләһе йылына арналды.
Сара барышында студенттар хикәйәнең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләне, хикәйә буйынса фекерҙәре менән бүлеште, үҙҙәрен әҫәрҙең төп геройы Ынйыҡай урынына ҡуйып ҡаранылар, авторға һорауҙарын да бирҙеләр.
Таңһылыу Фәтиховна хикәйәнең яҙылыу тарихына туҡталып китте һәм хикәйәнең төп идеяһы -үҙ милләтеңә кейәүгә сығып, үҙ телеңде һаҡлау һәм ата – бабаларыбыҙҙың йолаһын дауам итеү- тураһында һөйләне. Сибай телевидениеһы ветераны, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гөлсәриә Ғайнислам ҡыҙы Әбилева йәштәрҙә милли үҙаң тәрбиәләү хаҡында бәйән итте. Милли рух һәм дини рух хаҡында Бибинур Ғиззәтуллина студенттарға кәңәштәрен еткерҙе. Ғаилә ҡороу, уның ҡиммәттәрен һаҡлау, ырыу-нәҫелде дауам итеү хаҡындағы әңғәмә оҙаҡ ҡына дауам итте. Китапхана хужабикәһе Рәйсә Закир ҡыҙы Кунаева ҡунаҡтарға йылы әңғәмәләре, фәһемле кәңәштәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе, Таңһылыу Фәтих ҡыҙына һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләне.
Артабан да ошондай матур, фәһемле осрашыуҙар булып торһон тигән теләктә таралыштылар сарала ҡатнашыусылар.
#Әҙәбитирмәклубы
#Модельнаякраеведческаябиблиотека
#Годбольшойидружнойсемьи
#Башҡортғаиләһейылы
#Годбашкирскойсемьи
#Всемирныйкурултайбашкир