27 ноябрь, Әсәйҙәр көнө алдынан, 2-се модель китапхана-филиалдың «Күңел утрауы» клубында тәрбиәүи әһәмиәткә эйә фәһемле сара үткәрелде. «Ғаилә усағында» тип аталған осрашыуға күп балалы ғаиләләр ҙә саҡырылғайны.
Сара барышында оҫталыҡ дәресе ойошторолоп, ҡатнашыусылар ябай туҡыманан уҡалы иҙеү тегеү технологияһы менән танышты. Был эшмәкәрлек нәфис ҡул эше алымдарын үҙләштереү генә түгел, ә ғаилә йылыһын һәм берҙәмлек тойғоһон ҡабаттан тойоу мөмкинлеген дә бирҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә халыҡ ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ҡул эштәре оҫтаһы Биктимерова Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы үҙ ҡулдары менән яһаған, биҙәктәре менән айырылып торған балаҫтарын тәҡдим итте. Оҫта һәр балаҫтың барлыҡҡа килеү тарихын асып, туҡыу һәм биҙәү серҙәре, төҫтәрҙең мәғәнәһе һәм милли традициялар хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Зәйтүнә Зиннур ҡыҙының күргәҙмәһе ҡатнашыусыларҙа башҡорт халыҡ кәсептәренә ҡарата айырым ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятты.
«Күңел утрауы» клубындағы сираттағы осрашыу ғәиләнең рухи ҡиммәттәрен баһалау, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү йүнәлешендә мөһим сара булып үтте һәм йылы мөхиттә уҙып, һәр ҡатнашыусының күңелендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.