6-сы китапхана-филиалында Ҡурай һәм Башҡортостан Республикаһы көндәренә арналған сара үтте
6-сы китапхана-филиалында Ҡурай һәм Башҡортостан Республикаһы көндәренә арналған сара үтте. Байрам милли мәҙәниәт, музыка һәм тарих һөйөүселәрҙе йыйҙы. Башҡортостан Республикаһының һәм Ҡурай көнөндә берләштерелгән рух һәм мәҙәниәт тантанаһына арналған сарала Сибай ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты: Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,мәғәриф ветераны, билдәле ҡурайсы Хәсәнов Рауил Сафаргалеевич һәм уңың хәләл ефете мәғәриф ветераны, шағирә Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы һәм уларҙың ейәне Радмир.
Был көн календарҙағы дата ғына түгел, ул беҙҙең дөйөм мираҫыбыҙҙың, үҙебеҙҙең шәхесебеҙҙең һәм яҡты киләсәккә ынтылышыбыҙҙың символы.
Ҡунаҡтар ҡурайҙың төрлө төрҙәре, уйын техникаһы һәм билдәле ҡурайсылар тураһында белә алды.Байрам аҙағында түңәрәк өҫтәл үтте, унда милли йолаларҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу мәсьәләләре, шулай уҡ башҡорт мәҙәниәте символы булараҡ ҡурайҙы үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Сара йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте, тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы нығытты һәм мәҙәни мираҫты артабан өйрәнеүгә һәм һаҡлауға илһамландырҙы.