Аҡыл һәм изгелек байрамы
2-се модель китапхана-филиалында «Күңел утрауы» клубы һәм Төйәләс ауылының «Мирас» ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған тантаналы сара үтте.
Йыйылыш барышында оло быуын вәкилдәренә күп йыллыҡ хеҙмәттәре, тормош тәжрибәһе һәм ҡала үҫешенә индергән ҙур өлөштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм күңел йылыһы теләне.
Ҡаланың мәҙәни һәм йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашҡан хөрмәтле оло быуын вәкилдәре Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы тарафынан Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Тантана йылы сәй табыны артында ихлас аралашыу, йыр-моң һәм бейеүҙәр менән дауам итте.
«Күңел утрауы» менән «Мирас» клубтарының дуҫлығы – оло ҡиммәткә эйә. Бындай осрашыуҙар ололарға ихтирам күрһәтергә, быуындар бәйләнешен һаҡларға һәм йәмғиәттә йылы мөнәсәбәттәрҙе нығытырға мөмкинлек бирә.
Нәзирә Иҙелбаева-Йәнбирҙина
«Күңел утрауы» клубы етәксеһе