Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы.
Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан – күп милләтле республика, уның территорияһында 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин.
Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Байрам менән, дуҫтар!💕
Сегодня в республике отмечается День национального костюма народов Республики Башкортостан.
Национальный костюм – неотъемлемая часть культуры любого народа. Это своеобразный феномен, результат длительного исторического пути, представляющий гармоничное взаимодействие верности традициям и открытости внешнему миру.
Национальный костюм – это не просто одежда, это культура и история народа, его традиции и образ жизни. Он, как яркий «индикатор» национальной принадлежности, помогает сохранить культурно-духовное наследие прошлого.
Башкортостан – край дружбы народов, многонациональная республика, на территории которой проживают в мире и согласии представители более 160 национальностей.
Поздравляем представителей различных культур и национальностей с Днём национального костюма народов Республики Башкортостан! Желаем всем здоровья, мира и согласия, благополучия и процветания!