logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Яңы китаптар

Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙең иғтибарығыҙға, Үҙәк ҡала китапханаһының абонемент булеге түбәндәге яңы китаптарҙы тәҡдим итә!
1. Хашим : повестар / Ринат Шәйбәков. – Өфө : Китап, 2024. – 224 бит .
Ринат Шәйбәков “Хашим” исемле повесында ауылдашы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинованың атаһы – Хашимдың яҙмышын һүрәтләй. “Тау йылғаһы ярһыу аға” әҫәрендә һалсыларҙың һуғыштан һуңғы тормошо, яу юлдарында тыуған үкенесле мөхәббәт тарихы, геройҙарҙың ҡатмарлы йәшәү рәүеше аша халҡыбыҙҙың тарихи яҙмышы сағыла.


2. Түңгәүерҙәр төйәге. Яңғаҙы. / Бикмәтов И.И., Искужина Х.З. –Сибай: Сибай мәғлүмәт үҙәге – РБ дәүләт унитар предприятиеһы “Башкортостан Республикаһы” нәшриәте йорто филиалы. Нәшер №313. 2024 -320 б.
Китапта ялан түңгәүерҙәре сиктәрендә урынлашҡан Яңғаҙы ауылының үткәне, бөгөнгөһөнә байҡау яһалған, ғаиләләр тарихы, һәр араның шәжәрәләре индерелгән. Ҡулланма киң ҡатлам уҡыусыларына, киләсәк быуын, тыуған төйәкте өйрәнеүселәргә тәғәйенләнә.


3. Йөрәк ҡолы : шиғырҙар / Фатыйх Сайфран. – Уфа : Китап, 2024. – 176 бит.
Авторҙың был шиғырҙар йыйынтығында доньялағы иң изге хис, мөхәббәт тураһындағы, шулай уҡ ғәзиз тыуған яғы, ҡатмарлы, болғанышлы заманыбыҙҙа шәхес яҙмышы, намыҫ һәм выждан, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ төшөнсәләре хаҡындағы әҫәрҙәре тупланған.