logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Ғаиләм – ҡәлғәм»

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән! Ғаиләләребеҙ имен, ырыҫлы, ҡотло, бәрәкәтле булһын!Ғаиләһе ныҡтың ғына – иле ныҡ. Илебеҙҙә күркәм ғаиләләр күберәк булһын!

Хөрмәтле китап һөйөүселәр, Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһы һеҙҙең өсөн «Ғаиләм – ҡәлғәм»исемле китаптарға күҙәтеү тәҡдим итә! Был китаптар – ғаиләнең йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡанундары, айырыуса бала күңеле, өлкәндәрҙең бала менән мөғәләмәһе, бала һәм ата-әсә араһындағы һаҡланырға тейешле йылылыҡ һәм бер-береңә ихтирам, тәрбиә һәм әхлаҡ нормалары тураһында, йәш ғаиләгә нәсихәттәр, кәңәштәр биргән китаптар урын алған. Айырымса әсәйҙәргә арналған йыйынтыҡтар ҙа күҙәтеүҙә урын алған (мәҫәлән: Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡалдырма, әсәй!», Хәйҙәр Тапаҡов«Әсәйемдең аҡ күлдәге», Фәрзәнә Аҡбулатова «Әсәй, һин беҙҙе яратаһыңмы?»).

Башҡорт яҙыусыларының китаптары халыҡсан бай тел менән яҙылған, һәм һәр китап уҡымлы, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итер тигән өмөттәбеҙ.

Аҡбулатова, Ф. Яҙылып бөтмәгән китап:  роман, повесть, хикәйәләр / Фәрзәнә Аҡбулатова. – Өфө: Китап, 2011. – 448 бит. – ISBN 978-5-295-05180-9.

Һәр быуынға үҙ дәүеренең һынауын үтергә тура килә. «Яҙылып бөтмәгән китап»тың төп героиняһы күргән-кисергәндәр ана шундай тормош һабаҡтарынан ғибәрәт. Заман даими үҙгәрә, тиһәләр ҙә, һеҙ был романда үҙгәрешкә дусар ителмәгән рухи ҡиммәттәр менән дә танышырһығыҙ. Тарихи үткәнгә мөрәжәғәт итеүсе Зәһүрә үҙенең бай күңел донъяһы аша күрһәтә.

Баймөхәмәтов, А. Ғ. Ҡалдырма, әсәй!:  повесть / Айгиз Баймөхәмәтов. – Өфө: Китап, 2013. – 160 бит. – ISBN 978-5-295-05743-4.

Йәш ижадсы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» исемле тәүге повесы балалар йортондағы көндәлек тормошо хаҡында. Уның төп геройы – Ильяс Мөхәмәтов, ата-сәһе вафат булғас, дәүләт ҡарамағында ҡала. Әммә бындағы тормош алда гөл түгел… Ҡайһы бер тәрбиәселәрҙең ҡаты бәғерлеге, вайымһыҙлығы малайҙың күңелен аҡтара. Яҡын дуҫы менән булған фажиғә бигерәк тә тетрәндерә.

Ғөмүмән, Айгиз Баймөхәмәтовтың был әҫәре күптәрҙе уйландырыр һәм фәһем бирер тигән өмөттәбеҙ.

Баймөхәмәтов, А. Ғ. Урам балалары: повесть. Хикәйәләр / Айгиз Баймөхәмәтов. – Өфө: Китап, 2018. – 168 бит. – ISBN 978-5-295-06844-7.

Шәйеззада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары»исемле повесы – берәҙәк балалрарҙың фажиғәле яҙмышы хаҡында. Илдәге үҙгәртеп ҡороу осоронда уларҙың һаны миллионлап иҫәпләнә. Әҫәрҙең төп геройы  Данил – өйҙәге ҡатмарлы йәшәү шарттарына түҙә алмай, сығып китә. Тик урамда уны нимә көтә?..

Шулай уҡ «Таҫма», «Урын» исемле хикәйәләре лә көнүҙәк әхләҡи мәсьәләләрҙе күтәреүе менән уҡыусыларҙы уйландырмай ҡалмай.

Ғайсарова-Ғизәтуллина, Г. М. Йәшәргә ваҡыт:  повестар, хикәйәләр һәм эсселар / Гөлсирә Ғайсарова-Ғизәтуллина. – Өфө: Китап, 2012. – 352 бит. – ISBN 978-5-295-05598-0.

Артабан йәшәргә бөтөнләй теләгең ҡалмаған нисек үҙеңдә көс табырға? Ниңә бәхет йыш ҡына инде бер ниндәй ҙә өмөт юҡ һымаҡ тойолған саҡта килә?«йәшәргә ваҡыт» китабының геройҙары был һорауҙарға үҙ яҙмыштары  менән яуап эҙләй.

Әҫәрҙәр күңел нескәлеге, тәрән психологизм һәм фәлсәфә, тормошҡа өмөтлө ҡараш менән йәлеп итә.

Ғайсарова-Ғизәтуллина, Г. М. Һөйөүе доғаһы:  повесть, хикәйәләр / Гөлсирә Ғайсарова-Ғизәтуллина. – Өфө: Китап, 2017. – 284 бит. – ISBN 978-5-295-06813-3.

«Мөхәббәт – ул тормош, тормош ул мөхәббәт» ти француз халыҡ мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғизәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр томоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә. Тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона. Шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡолланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға.

Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.

Кәримов, М. (Мостай Кәрим). Беҙҙең өйҙөң йәме:  повестар, хикәйәләр / Мостай Кәрим. – Өфө: Китап, 2003. – 240 бит. – ISBN 978-5-295-03200-0.

Бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәрим – донъя әҙәбиәте хазинаһына ҙур өлөш индергән шәхес. Уның ижады һәр кем өсөн яҡын, илаһи, балалар өсөн тәрбиәүи. Аҡыллы һүҙе менән әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләй. Уның был китапҡа ингән повестары һәм хикәйәләре башҡорт балалар әҙәбиәтенең классик өлгөһө.

Ҡаҙаҡбаева, З. Й. Икебеҙ өсөн дә яраттым:  повесть, хикәйәләр / Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. – Өфө: Китап, 2022. – 184 бит. – ISBN 978-5-295-07799-9.

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева әҫәрҙәре бөгөнгө көнгә ауаздаш: хәҙерге заман кешеһе ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй, нимәләр хаҡында хыяллана, уны ниҙәр борсой, тетрәндерә – автор ошо хаҡта уйлана, уҡыусыны ла уйланырға мәжбүр итә. Мөхәббәт темаһы изгелек, бала һәм әсә хаҡы, тоғролоҡ һәм хыянат менән үрелеп бара. Мәңгелек көрәштә нимә еңер? Әҙибә ҡәләме менән ошо һорауҙарға яуап эҙләй.

Ҡаһарманова. М. С. Зәңгәр төймә:  повестар, хикәйәләр / Миләүшә Ҡаһарманова. – Өфө: Китап, 2023. – 304 бит. – ISBN 978-5-295-07928-3.

Миләүшә Ҡаһарманова бөгөнгө башҡорт прозаһының популяр авторҙарының береһе. Уның әҫәрҙәре ҡағыҙ вариантта ла, электрон юлдар менән дә уҡыусылары араһында киң танылыу тапҡан. Һеҙ ҡулығыҙға алған «Зөһрә төймә» проза йыйынтығы шундай сағыу ижад өлгөләренең береһе.

Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйә ингән. Уларҙың һәр береһендә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттарға үрелеп бара. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә Ут хәтере»), бөгөнгө көнө лә Вахта»), мөхәббәт эпопеяһы ла Мәскәү тигән баш ҡала»), фольклор мотивтары ла Зәңгәр төймә») яйлы ғына урын тапҡан бында. Һәр береһе уҡыусы күңелендә дауыллы хис-тойғолар уятып, илатып-көлдөрөп, унан йәндә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс ҡалдыра ла кеүек. Быға авторҙың бай, һутлы һәм бер аҙ мәрәкәсел теле лә булышлыҡ итә. Һәм бында иң мөһиме – кешеләрҙең рухи булмышы бар!

Мостафина, Г. Д. Ҡаяға һыйынған ҡайын:  повестар, хикәйәләр / Гөлнара Мостафина. – Өфө: Китап, 2023. – 240 бит. – ISBN 978-5-295-07970-2.

Гөлнара Мостафина әҫәрҙәрендә тормошто, кешеләр яҙмышын, уларҙың проблемаларын, үҫ-ара мөнәсәбәттәрҙе, психологияны аңлап, оҫта һүрәтләй. Бер-береһенә булған хис-тойғоларҙы тәрәндән асып бирә.

Автор шулай уҡ был китабына кешеләрҙең яҙмышын һүрәтләгән яҙмаларын индергән.

Ситдиҡова, Г. Р. Күсле ил – көсл ил:  күңел сәхифәләре, шиғырҙар / Гүзәл Ситдиҡова. – Өфө: Китап, 2007. – 448 бит. – ISBN 978-5-295-04224-9.

Күренекле шағира, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутат Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова был юлы хажға сәфәр ҡылыу һөҙөмтәһе булып тыуған дини сәхифәләрен, мәҡәлдәр буйынса тергеҙелгән ғаилә ҡанундарын киң ҡатлам уҡыусыларға тәҡдим итә. Китапҡа шулай уҡ авторҙың йәш ғаиләгә нәсихәттәре, шиғырҡары индерелгән.

Тапаҡова, Х. Н. Әсәйемдең аҡ күлдәге:  повестар,хикәйәләр / Хәйҙәр Тапаҡов. – Өфө: Китап, 2010. – 512 бит. – ISBN 978-5-295-04983-5.

Танылған яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов әҫәрҙәренең үҙәгендә – тәрән кисерештәр, ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғолар солғанышында ҡалған бөгөнгө заман кешеһе. Әҫәрҙәрендә уның эске донъһы, көнитмешкә, әйләнә-тирәгә мөнәсәбәте нескә психологизм аша бирелә. Яҙыусының һүрәтләү алымдары үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, теле ябай, һутлы, яҙылғандары еңел, бер тынала уҡыла.

Күңелегеҙгә ятҡан китаптарҙы Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала китапханаһына (Зәки Вәлиди, 57 һанлы йортта) килеп алырға була.