Китаплы ғаилә — бәхетле ғаилә
15 май — Халыҡ-ара ҒАИЛӘ көнө. Ошо уңайҙан ҡәҙерле китап уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең ихтибарығыҙға күренекле яҙыусыларыбыҙҙың береһе Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабына байҡау тәҡдим итәбеҙ.
Карим, М. С.
Оҙон-оҙаҡ бала саҡ = Долгое-долгое детство : повесть / Мостай Карим. — Уфа: Китап, 2022. — 478, [1] с. — (Мәктәп китапханаһы = Школьная библиотечка). — ISBN 978-5-295-07759-3. — Текст непосредственный.
Автор был китаптың жанрын билдәләмәй — уны повесть тип тә, роман тип тә атамай. Әҫәрҙә яҙыусы күргән ваҡиғаларға уның уйҙары, кисерештәре ҡушылып-үрелеп бара. Көндәлек тормош, көнкүреш хыял һәм тылсымлы күренештәр менән сиратлаша.
”Оҙон – оҙаҡ бала саҡ ” әҫәрендә ғаиләнең йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡанундарын, айырыуса бала күңеле, өлкәндәрҙең бала менән мөғәләмәһе, бала һәм ата-әсә араһында һаҡланырға тейешле йылылыҡ һәм бер-береңә ихтирам, тәрбиә һәм әхлаҡ нормалары тураһында, йәш ғаиләгә нәсихәттәр, кәңәштәр бирелә , ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла. Халыҡсан бай тел менән яҙылған китап уҡымлы, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә. Бала саҡ — сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. «Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй», — ти автор үҙе.
Кешенең аҫыл асылы — кешелеклелек. Кешенең донъялыҡтағы төп вазифаһы — ысын кеше булып, кешесә йәшәүҙә. Ошо изге хәҡиҡәтте Мостай Кәрим һәйбәт кешеләр йөҙөндә, уларҙың көндәлек тормоштарында күңелдәрҙе биләрлек итеп һүрәтләп бирә лә инде.