Мостай Кәримд «Ғаләмдең дүрт тарафы»

Һеҙ ҙә был китапта күңелегеҙгә ятырҙай, йөрәктәрҙе елкендерерҙәй шиғырҙар табырһығыҙ тип ышанабыҙ. Сөнки улар, ҡайһы ғына осорҙа тыуған булһалар ҙа, һәр береһе – шағирҙың бер миҙгеле, көнө, мәле; аҡыл эйәһенең тапҡыр фекере, уйҙары, күҙәтеүҙәре, һығымталары; кешенең ҡатмарлы ла, хәүефле лә, еңеүле лә, хәйерле лә, табышлы ла ғүмер юлдары; замандашыбыҙҙың биниһая тойғо-кисерештәре, тормош һабаҡтары…
Бөйөк шағирҙың, олуғ шәхестең, аҡыл эйәһенең ижади һынланышы бөгөнгө һәм килер быуын шиғыр һөйөүселәр өсөн уҡып бөтөлмәгән китап, үтелмәгән юл кеүек, көтөлмәгән яҡтары менән асылһын әйҙә!
Китапты рәхим итеп алып уҡығыҙ! Беҙҙең адрес: З. Вәлиди, 57 һанлы йорт.
Библиографик тасуирлама:
Кәрим Мостай. Ғаләмдең дүрт тарафы: шиғырҙар / Мостай Кәрим; [төҙ. З. Ш. Ҡарабаева]. – Өфө: Китап, 2024. – 200 бит. – (Әҙәби мираҫ).