logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Минең тыуған телем”

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
Тел халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың-иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы.
Сибай ҡалаһы 5-се китапхана -филиалында балалар өсөн “Минең тыуған телем” исемле әҙәби сара булып үтте. Сарала кескәй уҡыусылар билдәле башҡорт яҙыусыларының балалар өсөн ижады, уларҙың тел тураһында яҙған шиғырҙары менән таныштылар. Туған телдә мәҡәлдәр өйрәнделәр һәм йомаҡтар систеләр, шулай уҡ шиғырҙар уҡынылар. Әҙәби сараға балалар өсөн “Уралымдай йәшә мәңге, башҡорт теле!” исемле китап күргәҙмәһе әҙерләнде.