logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Украиналағы махсус хәрби операция геройҙарын иҫкә алыу кисәһе үтте

Һәр һуғыштың үҙ геройҙары бар, һалдаттан алып генералға тиклем. Украиналағы әлеге махсус хәрби операция ла был осраҡтан ситтә ҡалмай, уны үткәреү барышында йөҙҙәрсә хәрби хеҙмәткәр «батырлыҡ өсөн» миҙалы, Батырлыҡ ордены һәм башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнә. Бөтә ысын һалдаттар ҙа геройҙар.
11-се февраль көнө,Төйәләҫ ҡасабаһындағы «Ағинәйҙәр» йәмәғәт берекмәһе ағзалары 6-сы китапхана филиалы мөдире менән берлектә, яҡташтарыбыҙ, Украиналағы махсус хәрби операция геройҙарын иҫкә алыу кисәһен ойошторҙо. Яуҙа һәләк булып ҡалған ауылдаштарыбыҙға бағышлап аят-сүрәләре уҡылды.