logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Ҡорама тегеү мастер класы

15 -се ғинуар көнө Сибай ҡалаһының 6-сы китапхана-филиалында ҡорама тегеү мастер класы үтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән матурлыҡҡа ынтылған. Бөгөн дә гүзәл заттарыбыҙ боронғо милли кейемдәребеҙҙе, аш-һыуҙарыбыҙҙы тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға өйрәтеү йәһәтенән һөҙөмтәле эш башҡара.Күңелдәренә ятҡан эштәренә бар талантын, йөрәк йылыһын һалып, шунан йәм табып шөғөлләнгәндәр күп. Шундай яҡташтарыбыҙҙың һөнәрҙәрен күреп, хайран ҡалаһың.
Төйәләҫ ауылында мөккибән китеп эшләп килгән Мираҫ ойошмаһы ағзалары арыу-талыу белмәй: бәйләй, сигә, тәмле ризыҡ бешерә, милли кейемдәр, биҙәүестәр, ҡайылған, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр эшләйҙәр.