logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Бүләккә — китап!»

«Айбулат Сәсәнбаевтың яңы китабының исем туйы уҙҙы», – тип яңыраҡ ҡына интернет селтәрҙәрендә күҙәтеп, уҡып бара инек… Бына бит өр яңы китап ҡулыбыҙға килеп эләкте. Айбулат Сәсәнбаевтың әсәһе, Зөлфиә Хайбулловна, Арҡайым ҡасабаһының 7-се филиалының моделле китапханаһына «Патриот бабай» тип аталған яңы романын бүләк итеп ҡыуандырҙы.

…ХХ быуат башында йәйелгән граждандар һуғышы ваҡытында үҫмер егет Айытбай Ниғмәтуллин үҙ иркенән тыш тыуған еренән алыҫҡа – шундай уҡ һынылыш осоро кисергән Ҡытайға барып сыға. Тыуған ауылға ҡайтыу юлын бер-бер артлы килгән һуғыштар, тормошта күҙгә күренмәгән, әммә уға тәьҫир иткән тарихи ваҡиғалар ҡамасаулай…

Ысын булған тарих буйынса яҙылған “Патриот бабай” романының авторы – яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Башҡортостан” теле-радиокомпанияһы алып барыусыһы, беҙҙең яҡташыбыҙ Айбулат Сәсәнбаев .

Айбулат Сәсәнбаевҡа артабан да яңы, ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр юлдаш булһын!
Китапты Арҡайым ҡасабаһының 7-се филиалының моделле китапханаһынан алып уҡырға була.