“Күңел утрауында” күңелле!
Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 2-се моделле китапхана- филиалында уңышлы эшләп килгән ” Күңел утрауы”клубы майҙансығында төрлө быуын вәкилдәре өсөн әленән-әле төрлө мауыҡтырғыс, фәһемле саралар, оҫталыҡ дәрестәре даими үткәрелеп тора.
28 май көнө, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай Институты (филиалы), рус, башҡорт һәм сит ил филологияһы кафедраһы студенттары өсөн этностилдә брошь эшләү буйынса сираттағы оҫталыҡ дәрестәре үтте.
“Күңел утрауы” клубында ойошторолған оҫталыҡ дәресебеҙ бик йәнле, күңелле барҙы. Брошь эшләп өйрәнергә килеүселәр был шөғөлдөң нескәлектәрен тырышып, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнделәр һәм яңы һөнәрҙең нескәлектәрен ентекле үҙләштереп, үҙ эштәренән бик ҡәнәғәт булып таралыштылар. Сара “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә уҙғарылды.
Студенттар менән уҙғарылған барлыҡ сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итеүсе Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай Институты (филиалы), рус, башҡорт һәм сит ил филологияһы кафедраһы доценты Сәмерханова Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!