«Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте»
Яҙ ҡояшы үҙенең сағыу нурҙары менән бар донъяны иркәләгән йәмле апрель айында Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, һуғыш осоро балаларын хәстәрләүсе, ҡурсалаусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, хөрмәтле ағинәй Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова үҙенең 85 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.
Ошо матур юбилей айҡанлы, 24 апрель көнө 2-се һанлы моделле китапхана-филиалының «Күңел утрауы» клубында «Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте» исемле тантаналы кисә үткәрелде.
Фиҙаҡәр тормош юлы үткән, намыҫлы хеҙмәттәре менән Сибай ҡалаһында оло ихтирам яулаған мәғариф ветеранын ҡотларға тип Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре лә килеп етте.
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы хаҡлы ялға сыҡһа ла, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша. Ҡайнар йөрәкле, киң эрудициялы, алдан юл ярып барыусы оло шәхес Фәниә Зәйнулла ҡыҙына бик күп миҙалдар, иҫәп-хисапһыҙ маҡтау грамоталары менән бүләкләнеүе – хеҙмәтенә күрә хөрмәт тип, һис икеләнмәйенсә ҡабул итергә кәрәк.
85 йәшлек хөрмәтле мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Фәниә Зәйнулла ҡыҙы ил, көн мәшәҡәттәренә янып-көйөп ҡала кимәлендә үткәрелгән һәр бер сараға ваҡыт табып, вакытты тоғро файҙаланып , игелектәр ҡылып , үҙ ваҡытында кәрәкле һүҙҙен әйтеп, лайыҡлы йәшәүен дауам итә. Беҙҙең «Күңел утрауының» бер биҙәге, яратҡан, хөрмәтле ағинәйе, уҡытыусы-тәрбиәсеһе, остазы ла ул!
Сибай ҡалаһының мәғариф өлкәһендә алтмыш йылдан ашыу хеҙмәт иткән юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйбеҙ! 85 йәшегеҙ ҡотло булһын Фәниә Зәйнулловна!
Кисә аҙағында бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡан, ҡала тормошоноң уртаһында ҡайнаған апайҙарға “Ағинәй” танытмаһы тапшырылды, “Күңел утрауы” клубы етәксеһе Нәзирә Фәйзрахман ҡыҙы Иҙелбаева-Йәнбирҙинаға Республика ” Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты тапшырылды.