«Гүзәл заттар – тормош биҙәге»
Тәбиғәттең яҙғы үҙгәреш кисергән бер мәлендә гүзәл заттарҙың иң күркәм байрамы – 8 март, Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнөн билдәләп үтәбеҙ. Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.
6 март көнө 4-се филиал китапханаһында «Таулы ынйылары» төрөкөмө менән берлектә, халыҡ -ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 март байрамына бағышланған «Гүзәл заттар – тормош биҙәге» исемле байрам кисәһе үткәрелде. Кисәлә йырҙар йырланды,әсәйҙәр, ҡатын -ҡыҙҙар тураһында шиғырҙар уҡылды, «Таулы ынйылар» төркөмө ҡыҙҙары үҙҙәренең ҡул эштәрен алып килеп «Серле биҙәктәр» күргәҙмәһен ойошторҙолар, байрам бик күңелле үтте. Китапхана ла шулай уҡ «Ах, был гүзәл ҡатын-ҡыҙ» исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо.