logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Шиғриәт йондоҙо Аҡмулла»

Мифтахетдин Аҡмулла С.Юлаевтан һуң беренсе булып үҙ халҡына ”Башҡорттарым” тип мөрәжәғәт итә. Уны белемгә, һөнәргә эйә булырға саҡыра. “Башҡорттарым,уҡыу кәрәк” шиғыры кешелекте аң-белемгә ынтылырға саҡыра. Аҡмулланың шиғырҙары, ижады , яҡты исеме халыҡ күңелендә мәңге ҡала. 1981 йылда Миәкә районының Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың йорт-музейы асыла. 1989 йылда Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Был премия әҙәбиәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренән 15 кешегә бирелде. Иң беренсе премия яҙыусы Рәшит Шәкүргә тапшырылды. Өфөлә Башҡорт Дәүләт педагогия университеты Аҡмулла исемен йөрөтә. Төйәләҫ ауылы №6-сы китапхана-филиалында, Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадына байҡау яһау, әһәмиәтен билдәләү, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ өндәүҙәре менән таныштырыу маҡсатында балаларға «Шиғриәт йондоҙо Аҡмулла» тип аталған сара үтте.