logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Ҡул эштәре күргәҙмәһе

23 май, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, китапхананың «Йәмле биҙәктәр» клубы етәксеһе Ғ.Й.Арғинбаеваның ҡул эштәре күргәҙмәһе булды. Бәйләргә, тегергә, сигергә оҫта булған Ғәлиә Йыһаннур ҡыҙының үҙ ҡулы менән эшләнгән бик күп матур эштәре урын алды күргәҙмәлә. Сараға килгән Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттарына матур килешле сумка тегеү серҙәрен һөйләне оҫтабикә, бәйләнгән жакет, палантиндарын күрһәтте. Сағыу биҙәктәрҙән торған ҡорама эштәре бигерәк оҡшаны барыһына ла.