БЕР ОСРАШЫУ ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕР
26 апрель көнө, Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре саҡырыуы буйынса «Күңел утрауы», «Таулы ынйылары» клубы ағзалары Сибай үҙәкләштерелгән китапханалр системаһы директоры Миңзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова етәкселегендә бик матур, йылы осрашыуҙа ҡатнаштылар.
Был сара Байназарова Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙының тәҡдиме, ҡасаба ағинәйҙәрҙең оло ярҙамы менән барлыҡҡа килгән Тыуған яҡты өйрәнеү музейында, мәктәп уҡыусылары менән берлектә ойошторолоп, “Ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын” сәхнәләштереү менән башланды.Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре етәксеһе Римма Сәйет ҡыҙы Ғәзимова”Ағинәй”ойошмаһының эшләй башлауына ике йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан,үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытты:зал күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре менән биҙәлгәйне, уның төплө сығышы бөгөнгө көндә барған хәл-ваҡиғаларға ауаздаш булып яңыраны һәм ойошма тарафынан башҡарған эштәренә аныҡ йомғаҡ яһалды. Яңыраҡ ҡына республика кимәлендә уткән “Минең кесе Ватаным – Атайсал” VI муниципаль форумы сиктәрендә ойошторолған “Беҙ – Атайсалдың йолалар усағын һәм именлеген һаҡлаусылар” секцияһында ҡатнашыусы булараҡ, Римма Сәйет ҡыҙы ошо ҙур сараның йөкмәткеһе менән дә таныштырҙы.
Миңзәлиә Самат ҡыҙы үҙенең сығышында ағинәйҙәрҙең район һәм ҡала кимәлендәге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе, әүҙем ағинәйҙәр: Римма Сәйет ҡыҙы Ғәзимоваға, Байназарова Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙына оло рәхмәтен белдереп, Сибай ҡалаһы Мәҙәниәт бүлеге исеменән Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының ағинәйҙәр менән берлектә, бер төптән эшләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып, хәҙерге болғансыҡ ваҡытта берҙәмлеккә саҡырҙы.
Осрашыу тәңкә тишеү һәм уны көмбәҙләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтеү һәм башҡорт милли ризытары менән тәмле сәй эсеү менән тамамланды.
Аралашыу бик файҙалы,фәһемле булды. Милли йолаларҙы ҡайтарыу, киләсәк быуынға тапшырыу,
тыуған төйәгебеҙҙең бөтөнлөгөн, ҡотон, рухиәтен, тыуған телебеҙҙе, моңобоҙҙо артабан да һаҡлау өсөн бергә тупланып эшләү кәрәклеген һыҙык өстөнә алып, киләсәккә яңы маҡсаттар билдәләп таралыштыҡ.
Нәзирә Иҙелбаева-Йәнбирҙина, 2-се китапхана-филиалы мөдире, «Күңел утрауы» клубы етәксеһе