logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Нисек шиғыр яҙырға?»

Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн 2003 йылдан Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Әҙәби тирмә” клубы эшләп килә. Уларҙың иң әүҙем ағзалары 16 мартта шиғриәт көнөнә арналған «Нисек шиғыр яҙырға?» тигән оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштылар. Сараға Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының халыҡ ҡоралдары бүлегенең 2 курс студенттары ( етәксеһе Л. А. Базанова) саҡырылды. Байрам менән сарала ҡатнашыусыларҙы Сибай ҡалаһының яҙыусылар ойошмаһы  етәксеһе Әминә Яхина ҡотланы, йәштәргә киләсәккә, яҡтылыҡҡа ынтылыш дәртен уятыу теләктәрен еткерҙе. Мәғариф ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рүзидә Үтәшева бай йөкмәткеле шиғырҙарын уҡыны, шиғыр яҙыу техникаһы, үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, сәсәниә Фәрҙиә Юнысова үҙе сығарған «Милләт хазинаһы» ҡобайырын башҡарҙы. Мәғәриф ветераны Мәрйәм Хәсәнова туған телгә, илебеҙгә бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Сара ваҡытында йәштәр үҙҙәре лә шиғыр яҙып ҡаранылар. Уларҙың араһында ла шиғыр яҙырға һәләттәре бар икәне асыҡланды. Сараның аҙағында студенттар залда ултырыусыларҙы шиғриәт көнө менән ҡотлап, Илназ Динисламов Шәйехзада Бабичтың “Бер вакыт” тигән шиғырын һөйләне, Заһит Арыҫланов “Форт Перовский”, Вилдан Байраҡаев “Ғилмияза” көйҙәрен ҡурайҙа уйнаны (етәксеһе – Фәнүр Әхмәтов).

Шиғырҙарҙы беҙ матбуғат баҫмаһында ла, китаптарҙан да, интернет селтәрендә лә уҡыйбыҙ. Ә бына кеше араһында автор үҙе уҡыуы бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителә. Шиғырҙарҙы ҡыуанып та, күҙ йәштәре аша ла, уйланып та тыңланылар. Саранан һуң барыһының да күңел йыһаны йылынып, яҡтырып ҡалды, осҡондары башҡаларға ла күсте.