“Яҙ һәм наҙ беҙҙең күңелдә”
… Ни мөғжизә икән был гүзәл зат!
Ҡарашығыҙ алып килә яҙҙар!
Һеҙҙең менән генә донъя күркәм,
Һеҙҙең менән бирелә Ергә наҙҙар. (Гөлназ Ҡотоева)
6 март көнө ҡала үҙәк китапханаһында исемле байрам осрашыуы үткәрелде. “Ынйылар” ижадсылар клубы ағзаларын үҙәк ҡала китапханаһы мөдире Яҡупова Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы байрам менән ҡотланы. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары һәм сертификаттар тапшырҙы. Рима Барый ҡыҙы Ғәлина баянда уйнап, үҙе көй яҙған йырҙарын башҡарҙы. Йәшлек йырҙарын, уйындарын иҫкә төшөрҙөләр, иҫтәлектәр менән уртаҡлаштылар. Байрам сараһы сәй табыны артында дауам итте.
Милые, уважаемые женщины!
Мирного неба вам, солнца лучистого,
Счастья заветного, самого чистого!
Много в вас ласки, тепла, доброты, –
Пусть исполняются ваши мечты!
6 марта в центральной городской библиотеке в клубе творчества “Ынйылар” прошла праздничная встреча. Заведующая библиотекой Гульсира Аксановна Якупова поздравила милых женщин и вручила благодарственные письма и сертификаты за участие в конкурсах. Член клуба Галина Рима Бариевна сыграла на баяне и спела песни собственного сочинения. За оживленным разговором, воспоминаниями и с любимыми песнями состоялся праздник.