logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Сибай ҡала үҙәк китапханаһында күп яҡлы талант эйәһе булған әҙип – Мәүлитбай Ямалетдиновҡа арналған кисә үтте

16 февраль көнө Сибай ҡала үҙәк китапханаһында күп яҡлы талант эйәһе булған әҙип – Мәүлитбай Ямалетдиновҡа арналған кисә үтте. Төрлө жанрҙағы 27 китаптың авторы, сәсән, тәржемәсе, уҡытыусы, ҡурайсы булған әҙип беҙҙең ҡалабыҙҙа ла эшләп киткән. «Халҡыма булһын бүләгем» исемле әҙәби-музыкаль кисәлә яҙыусының ҡыҙы Ғәлишина Зөбәржәт Мәүлитбай ҡыҙы ла ҡатнашты. Ҡала хакимиәте һәм мәҙәниәт идаралығы етәкселеге исеменән методист Ғәниева Сәжидә Факил ҡыҙы сығыш яһаны. Иҫтәлектәр, матур сығыштар, йыр һәм ҡурай моңдары менән үрелеп барҙы сара. Саҡырылған ҡунаҡтар, әҙәбиәт һөйөүселәр, китапханаларҙа эшләгән клуб ағзалары, Сибай педагогия колледжы һәм ӨФТУ Си филиалы студенттары ҡатнашты. Кисә ойоштороуҙы тәҡдим иткән һәм ярҙам күрһәткән Зәкирова Рәшиҙә Ғилмитдин ҡыҙына, бөтә ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта сығасаҡ.
16 февраля в центральной городской библиотеке прошел вечер, посвященный талантливому писателю Маулитбаю Ямалетдинову. Автор 27 книг разного жанра, сэсэн, переводчик, учитель, кураист работал и в нашем городе. В литературно-музыкальном вечере участвовала дочь писателя Галишина Зубаржат Маулитбаевна. От имени администрации города выступила методист управления культуры Ганиева Сажида Факиловна. В мероприятии были приятные воспоминания, прозвучали песни на его стихи, мелодии курая. Участниками мероприятия были приглашенные гости, любители литературы, члены клубов библиотек, студенты педагогического колледжа и Си филиал УУНиТ. Выражаем огромную благодарность инициатору – Закировой Рашиде Гильмитдиновне за помощь в организации и всем участникам вечера. Подробная информация выйдет на нашем сайте.