logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Әҫәрҙәрендә күңел нуры»

18 ғинуарҙа Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында танылған яҙыусы, билдәле драматург, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Әминә Яхина менән «Әҫәрҙәрендә күңел нуры» исемле ижади осрашыу үтте. Талантлы яҡташыбыҙҙы ижади кисәһе һәм ғүмер байрамы менән мәҙәниәт идаралығы начальнигы Э. Ғ. Кирәева, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Т. Ф. Ғәйнуллина, Сибай китапханалар системаһы директоры М. С. Хәмитова, Баймаҡ мәктәп – интернатында бергә уҡыған дуҫтары академик, биология фәндәре докторы Й. Т. Һөйөндөков, биология фәндәре докторы М. Б. Һөйөндөкова, мәғариф ветерандары М. З. Рәхимғолов, В. З. Йәнтүрина ихлас тәбрикләнеләр. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары З. Ғ. Баязитова һәм С. Ғ. Әфләтүнов Әминә Миңлеғол ҡыҙының пъесаларын сәхнәләштереү ваҡиғаларынан яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ яҙыусыны ижадташ дуҫтары “Атайсал” гәзите мөхәррире, прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова һәм Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева, Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысова, Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы Хәсәнова, Фәниә Фәһим ҡыҙы Приваловалар, Сибай сәнғәт колледжынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. Л. Йәрмөхәмәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Н. Ә. Гиззәтуллина, Сибай институтының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Р. С. Хәсәнова, улы Салауат ҡотланы. Сараға Сибай концерт-театр берекмәһе артистары А. Әминевтың ҡурайҙа дәртле уйнауы һәм А. Әсәҙуллинаның моңло йыры, «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбленең сығышы (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Д. М. Рафиҡова), Й. Т. Һөйөндөковтың Әминә Яхина һүҙҙәренә көй сығарып үҙе баянда уйнап йырлауы, Сибай сәнғәт колледжы студенты Р. Ходаковтың гитарала уйнап йырлауы йәм һәм дәрт өҫтәне.
Ихласлыҡ нуры сәскән осрашыуға килгән Әминә Яхинаның дуҫтарына, ҡәләмдәштәренә, китапханабыҙҙың тоғро дуҫтарына, Сибай сәнғәт колледжы студенттарына, “Ирәндек” лицейы, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына ҙур рәхмәт!

Фотолар ошо альбомда