logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Башҡорт теленең көсө һәм матурлығы”

14 декабрь Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, Пушкин проекты сиктәрендә, Башҡорт теленә арналған “Башҡорт теленең көсө һәм матурлығы” тип аталған квест үткәрелде. Сарала Сибай ҡалаһының 1-се һәм 6- сы һанлы мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү, фонда тейешле китапты эҙләп табыу, музейҙағы экспонаттарҙың исемдәрен атау, башҡорт телендә шиғыр һөйләү, ҡотлау яҙыу буйынса төрлө бирелгән эштәрҙе башҡарҙы. Йәштәрҙең үҙ тыуған телендә матур аралашыуҙары, телебеҙҙе хөрмәт итеүҙәре һәм яратыуҙарына һоҡландыҡ.