logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Сәбәбе бар”

Педагогика фәндәре кандидаты Фәрүәз Сәйфуллин, электән килгән йоланы дауам итеп, яңы китабын баҫтырып сығарыу менән китапханаларға бүләк итә. Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы ошо көндәрҙә уның “Сәбәбе бар” тип аталған китабын ҡулға алып ҡыуанды. Китапта автор тормошто, тәбиғәтте, кешеләрҙең холҡон, күңелен, кисерештәрен, уй – хыялдарын, уңыштарын, проблемаларын әҙәби – педагогик күҙлектән сығып тасуирлай, баһалай, китап уҡыусыларҙы ғүмерҙең ҡәҙерен белергә, ҡыуанып йәшәргә өндәй. Был уның шиғыр, хикәйәләрҙән торған алтынсы китабы.
Фәрүәз Әбдрафиҡ улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!