logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

В Модельной краеведческой библиотеке прошла встреча с народным писателем Республики Башкортостан Гариповой Т.Х.

20 октябрь, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Т.Х.Ғарипова менән осрашыу кисәһе уҙҙы. Кисәгә китапханабыҙ ҡулланыусылары, Сибай институты студенттары саҡырылды.
Күренекле прозаик, драматургты ҡалабыҙҙың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Э. Ғ. Кирәева, ҡала округы хакимиәте башлығының иҡтисади эштәр буйынса урынбаҫары Озерцов В.С., «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған журналисы Р.Р.Мәһәҙиевалар сәләмләне.
РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы,журналистика ветераны Т. Ф. Ғәйнуллина әҙибәнең ижады буйынса «Башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы» исемле киң һәм бай йөкмәткеле доклад уҡыны.
Ә инде, ҡалабыҙҙағы Гимназияның 3 Б класы уҡыусылары, класс етәкселәре алдынғы уҡытыусы, прозаик, “Балапандар” волонтерҙар төркөмөн етәкләүсе Р. Ю.Торомтаева етәкселендә, әҙибәнең балалар өсөн яҙылған “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” әкиәтенән өҙөк сәхнәләштереп күрһәтеүе, Үҙәк ҡала китапханаһында яңы эшләй башлаған “Ынйылар» ижадсылар клубы (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ф. Н.Таштимерова) ағзаларының
сығышы сараға айырыуса йәм өҫтәне.
Һоҡланғыс талантлы әҙибә Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы үҙе бик моңло итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Кисәлә ул үҙенсәлекле итеп башҡорт халыҡ йыры «Ҡуңыр буға»ны башҡарҙы.
Үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, ысын халыҡсан яҙыусы менән осрашыу китап уҡыусылар күңеленә илһам һәм дәрт өҫтәп, хәтерҙәрҙә оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайбыҙ.
Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

20 октября, в Модельной краеведческой библиотеке прошла встреча с народным писателем Республики Башкортостан Гариповой Т.Х. На встречу пригласили пользователей библиотеки, студентов Сибайского института, родственников и любителей творчества писателя.
Видного прозаика и драматурга на встрече приветствовали начальник управления культуры г. Сибай Киреева Э.Г., заместитель по экономике главы администрации ГО г. Сибай Озерцов С.В., гл.редактор журнала «Ватандаш», заслуженный журналист РФ Магадиева Р.Р.
Член союза журналистов РФ и РБ Гайнуллина Т.Ф. сделала содержательный доклад по творчеству Гариповой. Встречу украсили выступление членов творческого клуба «Ынйылар», инсценировка сказки Гариповой «Приключения Сыскансык и Сыскансук » учениками 3б класса Гимназии (кл.рук. Турумтаева Р.Ю.).
Много было сказано благодарных слов писателю за ее замечательный роман «Буренушка», задано много вопросов по ее творчеству. Ветеран педагогического труда Янтурина Т.Р. подарила писательнице свою книгу «Бәйге ғүмер».
Выражаем свою огромную благодарность всем участникам встречи и желаем всем здоровья и успехов.