logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Һүҙ ҡөҙрәте” исемле әҙәби осрашыу үтте

30 сентябрҙә Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ойошторған “Уҡы 365” уҡыу һәм белем фестивале сиктәрендә, “Һүҙ ҡөҙрәте” исемле әҙәби осрашыу үтте. Сарала яҙыусы, БР мәғариф алдынғыһы, танылған журналист, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәрире Г. Д. Мостафина, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре, кино һәм телевидение продюсеры А. Н. Тимергазин, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ғилми – методик бүлегенең баш китапханасыһы, БР мәҙәниәт Министрлығы янындағы яңы быуын китапханалары булдырыуҙа эшсе төркөм ағзаһы З. М. Уҫманова, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Ә. М. Яхина, БДУ-ның Сибай институты (филиалы)ның башҡорт, рус, сит телдәр кафедраһы доценты Г. Х. Сәмирханова сығыш яһаны. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры М. С. Хәмитова сараға килеүселәргә һәм ҡунаҡтарға йылы һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.