logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Фәнис Сирбаевтың “Дауыл” китабы

Фәнис Сирбаевтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның шиғырҙары, поэмалары республика гәзит – журналдарында даими баҫылып тора. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы егете бик үҙенсәлекле фекерләй, ҡәләме үткер. Халыҡ йөрәгенә үтеп инерлек, заман талабына торошло шиғырҙар яҙа. 2021 йылда уның “Дауыл” тип аталған китабы сыҡты. Тормош дөрөҫлөгө, милләтенә, теленә ҡарата оло һөйөү менән һуғарылған, халыҡ яҙмышы өсөн янып яҙылған тос фекерле, шулай уҡ һағышлы мөхәббәткә арналған шиғырҙары, “Үрһәләнеү”, “Туҡ-туҡ” тип аталған поэмалары тупланған был йыйынтыҡта.
  Фәнис Сирбаевтың халҡым, телем, илем яҙмышы тип йән атыуы ижадында төп урынды алып тора. Фәлсәфәүи уйланыуҙар, бала саҡ хәтирәләре, наҙлы мөхәббәт хистәре һәм төрлө темаларға ҡыҙыҡлы итеп яҙылған шиғырҙары авторҙың кисерештәрен бар тулылығында тойоуға алып бара.

 Китапты Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһынан (Сибай ҡалаһы, Чайковский 30 урамы) алып уҡырға була.