logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Шәжәрә – ғүмер ағасы ул…

Ҡәҙерле уҡыусылар!
Башҡорт халҡында шәжәрә – нәҫел-нәсәпте, туған-тыумасаны барлау бик борондан килә. Халҡының тарихын, милләтенең үткәнен һәм үҙенең тамырҙарын яҡшы белгән кешенең бөгөнгөһө бар һәм киләсәге өмөтлө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ете быуынға тиклем шәжәрәһен белеү һәр кемгә мотлаҡ һаналған. Кемдәр әлегә шәжәрәләрен төҙөмәгән, беҙҙең китапханалағы фондтағы китаптар нәҫел-нәсәп ағасын һеҙгә төҙөүгә ярҙам итәсәк!