logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Халыҡ-ара ололар көнө

Оло быуын кешеләренең, үҙ ғүмерҙәре дәүерендә күпме осоштар һәм аяҡтан йығылыуҙар, осрашыуҙар һәм юғалтыуҙар, ни хәтле ҡыуаныс һәм күҙ йәштәре түгелгәне, беҙҙең төшкә лә инерлек түгелдер, моғайын. Шуны белеп тә, беҙ оло быуын кешеләренә һәр ваҡыт тәрән ихтирам менән ҡараға күнеккәнбеҙ.

28 сентябрҙә беҙҙең китапханала, Халыҡ-ара ололар көнөнә арнап, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Хәлил Төхфәт улы Һөйөндөков менән осрашыу үтте. Осрашыуға интернат-гимназияның 11 Б синыфы уҡыусылары килде.

Үҙенең ижады, үткәндәре тураһында һөйләгәндән һуң, донъяуи аҡыл-зиһен туплаған ҡунағыбыҙға, тиҙҙән үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға торған, уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙары күп булды. Ғаилә, әхләҡ, тел, тормошта ҡатын-ҡыҙҙарҙың урыны, дин, һ.б. буйынса биргән һоруҙарына улар ентекле һәм кинәйәле яуаптар, кәңәштәр алдылар. Ғәлиәкбәрова Йәнбикә матур итеп шиғыр уҡып та ишеттерҙе. Шулай йәнле генә осрашыуҙан барыһыла ҡәнәғәт булып таралыштылар.

МОДЕЛЬНАЯ КРАЕВЕДЧЕСКАЯ БИБЛИОТЕКАsibkraylib@mail.ru, ул. ЧАЙКОВСКОГО, д. 30, тел. 8(34775)5-13-07