logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

“Күңел утрауында” оҫталыҡ дәресе

Бар күңелен һалып  төрлө ҡул эше менән булышҡан ҡатын-ҡыҙҙар бай һәм нескә күңелле булалар.Һәр кемдә һоҡланыу уята улар.

Шундай ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ менән Сибай ҡалаһының 2-се һанлы моделле китапхана филиалында, яныраҡ ҡына асылған “Күңел утрауы” клубында,  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һоҡланғыс биҙәүестәре:селтәр, хәситә эшләү буйынса   бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәресе үтте.Селтәр эшләү серҙәренә өйрәнеү өсөн тиҫтәнән ашыу кеше килде. Дәрескә килеүселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа, йәштәр ҙә бар ине.   Был осрашыуҙа Сибай ҡалаһы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары әүҙем, уңған,иң шәп оҫтабикәләребеҙ – хөрмәтле  Венера Әнүәр ҡыҙы Йәнбәкова,Минһылыу Тәржемән ҡыҙы Усманова үҙҙәренең  оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаштылар.

Селтәр эшләү тәү ҡарашҡа ғына еңел, ысынбарлыҡта был эш түҙемлек тә, сабырлыҡ та талап итә. Шулай уҡ зауыҡ, матурлыҡты тоя белеү ҙә мөһим,тарихты белеү ҙә кәрәк, сөнки башҡорт халыҡының үҙенә генә хас биҙәктәре бар һәм  уларҙың һәр береһе оло мәғәнәгә эйә.Селтәрҙәр йылдан-йыл беҙҙең тормошҡа нығыраҡ үтеп инә. Һәм  уларҙың таралыуына  ошондай оҫталыҡ дәрестәре лә үҙ өлөшөн индерә.  Күҙ нуры һәм күңел йылыһы һалынған ижад емеше ҡәҙерле лә, куңелгә яҡын да була шул.

Башҡорт халҡының боронғо йолалары менән берлектә  һунғы арала милли мода  ла үҫеш ала. Боронғо биҙәктәр, миллилек, йәштәр кейемендә лә сағылыш табып,  халыҡ араһында киң танылыу яулай бара. Боронғо милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ яңылары менән үрелеп үҫә.  Был йәһәттән этно-футболкалар эшләүҙе яратҡан шөғөлөнә әйләндергән, китапханабыҙҙың әүҙем китап уҡыусыһы, Раушания Рамаҙанова ошо осрашыуҙа үҙенең эштәре менән таныштырып яңы шөғөлөнең ҙур һорау менән файҙаланыуы тураһында әйтеп үтте.

Хәмитова Минлеямал Фәйзрахман ҡыҙы алмазлы сигеү һәм сәйләндән төрлө әйберҙәр эшләү алымдары менән таныштырҙы.

Сәй табынында Ағинәйҙәр менән халҡыбыҙҙың күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, боронғо ҡул кәсептәрен, милли ризыҡтарын тергеҙеү тураһында һүҙ барҙы. Венера Әнүәр ҡыҙы үҙе эшләгән буҙанан ауыҙ иттерҙе, шифалы эсемлектен файҙаһы тураһында һөйләп нисек дөрөҫ итеп эшләү  ысулдары менән ихлас бүлеште.

“Күнел утрауы” клубында, һәр сарала тиерлек, йолаларыбыҙҙы танытырға, таратырға тырышырабыҙ.

Был клубта йәш сикләүе юҡ.Китапханаға килеүселәр күберәк булған һайын уларҙы  ҡыуанып ҡаршылайбыҙ һәм көтөп ҡалабыҙ!

Нәзирә Йәнбирҙина-Иҙелбаева,

Сибай ҡалаһының 2-се һанлы моделле китапхана-филиалы мөдире