logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

ҺӨНӘРЛЕ ҠУЛДА БӘРӘКӘТ БАР

Боронғоно яңынан тергеҙеп, яңысаны өйрәнеп, үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл табып, беҙҙең ҡул эштәре клубы “Күңел утрауын” үҙ иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға “афарин” тиергә генә ҡала!

Клуб ойошторолоуға ике ай ғына ваҡыт үтһә лә беҙҙең оҫтбикәләребеҙ төрлө ҡул эштәренең өйрәнделәр,ихлас теләк менән бик күпләп йөрөйҙәр кайһы ваҡыт урын да булмай китә. Билдәле булыуынса, әле ҡатын-ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бик күптәре өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре ”әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйберҙең етмәүенән түгел, ә ваҡытты бушҡа уҙғармау тип һанай беҙҙең оҫтабикәләр. Ә инде был йөрәк йылыһы биреп эшләгән эштәрең һиңә күпмелер күләмдә рухи ғына түгел, матди ярҙам да килтерә икән, тағы ла дәртләнеп эшкә тотонаһың.

Эйе, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл зат итеп яралтҡан. Һәм беҙ гүзәл булып ҡалырға ынтылырға, үҙебеҙ күркәмлек булдырырға, тәбиғи тормошҡа ниндәйҙер нәфислек индерергә, матурлыҡты һаҡларға тейешбеҙ. Хәҙерге заманда ҡул эштәре тармағын юғалтмаҫҡа, киләһе быуындарға еткерергә кәрәк. Клубыбыҙ оҫтабикәләренең зауыҡлы ҡул эштәрен республикала һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнашып, бер-беребеҙ менән аралашып, тәжрибәләр менән уртаҡлашып, яңы көс, илһам, дәрт менән эшләргә яҙһын!