logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

26 апреля Модельная детская библиотека МБУК «Сибайская ЦБС»

Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар- һуғыш осоро балалары дусар була. Балалар модель китапханаһында үткән “Беҙҙең бала саҡты һуғыш урланы” тип аталған осрашыу кисәһенә хеҙмәт ветераны, бала сағы һуғыш осорона тура килгән Бибинур Шәйхислам ҡыҙы Әбүбәкирова саҡырылды. Ул баласаҡ хәтирәләренә бирелеп, ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе һөйләне, таҡмаҡтар әйтеп, йәшлек йылдарын иҫкә алды. Етемлектең әсе һурпаһын татыған инәй һуғышта хәбәрһеҙ юғалған атаһының берҙән бер иҫтәлеге- фотоһүрәтен ҡәҙерләп һаҡлай. Уҡыусыларҙы китап уҡырға, киләсәккә маҡсаттар менән, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә өндәне. Ә осрашыуҙа ҡатнашыусы 9-сы һанлы лицейҙың 8 А класы уҡыусылары үҙҙәре ижад иткән һәм фронтовик шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡынылар, мандолинала төрлө көйҙәр уйнанылар.

Мальчишки. Девчонки. На их хрупкие плечи легла тяжесть невзгод, бедствий, горя военных лет. И не согнулись они под этой тяжестью, стали сильнее духом, мужественнее, выносливее.На  встречу  “Дети войны”,  организованной в модельной детской библиотеке пригласили  ветерана труда Бибинур Шайхисламовну Абубакирову .Она поделилась воспоминаниями о трудном военном детстве с  учащимися 8А класса лицея № 9 . Холодное, голодное, сиротское детство  навсегда осталась в памяти детей военных лет. Бибинур Шайхисламовна бережно хранит память об отце, который без вести пропал в 1941 году. В семье осталась одна единственная фотография. Ребята поздравили ветерана с наступающими праздниками, в их исполнении звучали стихи, песни и музыка   военных лет.