logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

14 ноябрҙә Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубының әүҙем ағзалары – яҙыусылар менән Әбйәлил район үҙәк китапханаһында йылы осрашыу үтте

14 ноябрҙә Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубының әүҙем ағзалары – яҙыусылар менән Әбйәлил район үҙәк китапханаһында йылы осрашыу үтте. Ижади осрашыуҙа Әминә Яхина, Фәнис Сирбаев, Мотал Рәмов, Насип Һаҡмаров ҡатнашты. Сараға килеүселәрҙе сәләмләп Сибай китапханалар системаһы директоры М. С. Хәмитова Һәм Әбйәлил мәҙәни ял итеү үҙәге директоры Э. А. Кунафина сығыш яһаны. Ҡунаҡтар үҙҙәренең ижадтары тураһында һөйләне, төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ф Сирбаев менән Н. Һаҡмаров моңло йырҙары менән һоҡландырҙы.
Ғөмүмəн, осрашыу бик йылы, йəнле барҙы, ихлас фекер алышыу ойошторолдо. Ошондай фәһемле саралар китап уҡыусыларҙың әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Саранан һәр кем рәхмәттәрен әйтеп, йылы тәьҫораттар менән хушлашып таралыштылар.