23 ноябрь Балалар модель китапханаһында “Әсәйем, һөйөклөм минең!” тип исемләнгән байрам ойошторолдо
Әсәй! Ер йөҙөндәге иң гүзәл,иң ғәзиз һүҙ-әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай.Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе – әсәй.
23 ноябрь Балалар модель китапханаһында “Әсәйем, һөйөклөм минең!” тип исемләнгән байрам ойошторолдо. Сарала Рамазан Өмөтбаев исемендәге лицейҙың 4А класы уҡыусылары әсәйҙәре менән ҡатнаштылар. Балаларҙың ҡотлау сығыштарынан һуң китапханасы Әмирова Динә Шәкирйән ҡыҙы “Уҡымышлы әсәй”, “Әртистәр”, “Театр”, “Тәртипкә килтер”, “Йыр бит күңел күтәрә” тип исемләнгән бәйгеләрҙә әсәйҙәр бик әүҙем ҡатнашты.Уларҙың балалар менән әкиәт сәхнәләштереүе, йыр бәйгеһе бөтәһенең дә күңеленә хуш килде