logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы үтте

Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында һәр ваҡыт ижади шәхестәр менән төрлө саралар үтеп тора. 30 ноябрҙә был уҡыу йортонда хеҙмәт ветераны, РФ мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы үтте. Бай йөкмәткеле, уйҙарҙы яҡтыртырлыҡ, күңелдәрҙе сафландырырлыҡ, милли үҙаңыбыҙҙы күтәрерлек китап байрамы

ойоштороуҙары өсөн Таңһылыу Фәтих ҡыҙына һәм гимназия – интернат коллективына ҙур рәхмәт!