logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

7-се модель китапханаһы Рәзифә Һиҙиәт ҡыҙы Ҡирәйева тураһында

Бөрйән районы Байғаҙы ауылы ҡыҙы, бала саҡтан күңелендә йыр-моң йөрөтә. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ культура-ағартыу техникумын тамамлай. Етмешкә етеп килһә лә, күңелендә бер ҙә дәрте һүрелмәй. Оҙаҡ йылдар Йәнгүҙәй фольклор, Яугүл ҡумыҙсылар ансамблдәрендә актив ҡатнаша… Беҙҙең китапхананың актив уҡыусыһы, төрлө сараларҙа ҡатнашыусы Рәзифә Һиҙиәт ҡыҙы Ҡирәйева тураһындағы был һүҙҙәрҙе йыш ҡына төрлө мәғлүмәт биттәрендә уҡырға була. Ул һаман тирә-яҡтың матурлығын күреп, йәшәүгә ҡәнәғәт булып, шиғырҙар яҙып матур итеп йәшәп ята. Беҙ инвалидтар көнөндә уға барып, китап-журналдар ҡалдырып, шиғырҙарын тыңлап, уның йәшәүгә дәртенә, талантына хайран ҡалып ҡаттыҡ.