12 декабрь балалар модель китапханаһында Динис Бүләковтың “Эҫе ҡар” әҫәре буйынса фекер алышыу үтте
12 декабрь балалар модель китапханаһында Динис Бүләковтың “Эҫе ҡар” әҫәре буйынса фекер алышыу үтте. Сарала 9 -сы һанлы лицейҙың 5 “А” класы уҡыусылары ҡатнаштылар. Китапханасы Әбүбәкерова Земфира Әғзәм ҡыҙы Динис Бүләковтың биографияһы һәм китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Әҫәрҙең һәр бүлегенә айырым туҡталып, уҡыусылар фекерҙәрен әйттеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Малайҙар “Ирмәктең үкенестәре менән ҡыуаныстары” бүлегенән өҙөк сәхнәләштерҙе. Уҡыусылар әҫәрҙе уҡығас, бик күп фәһем алыуҙарын белдерҙеләр.
12 декабря в модельной детской библиотеке с участием учащихся 5 А класса лицея № 9 прошло обсуждение произведения Диниса Булякова “Горячий снег”.Библиотекарь Абубакирова З.А. ознакомила ребят с биографией и с книгами писателя. Учащиеся обсуждали произведение и отвечали на вопросы, выражая свою точку зрения. Мальчики инсценировали отрывок из раздела “Рассказ первый, или горести и радости Ирмека”.