Башҡорт теле көнө айҡанлы балалар модель китапханаһында ” Мин башҡортса һөйләшәм” исемле сара үтте
14 декабрь – Башҡорт теле көнө айҡанлы балалар модель китапханаһында ” Мин башҡортса һөйләшәм” исемле сара үтте. Был сараға беҙ 6 һанлы мәктәптең 2 А класы уҡыусыларын саҡырҙыҡ. Уҡыусылар ике командаға бүленеп ӘЮЯ ҡаласығына сәйәхәткә сыҡтылар.”Шуҡ хәрефтәр”, “Ҡупшыҡайҙар”,” Һорауҙар”,” Емеш-еләктәр” тип аталған урамдарҙан торған ҡаласыҡта уҡыусыларға төрлө ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килде.Ярыш бик әүҙем, сәмле барҙы.Уҡыусылар һәр ҡаршылыҡты еңеп, башҡорт телен яратыуҙарын һәм яҡшы белеүҙәрен күрһәттеләр.Сара һуңында еңеүселәрҙе ҡотлап үттек һәм бергәләшеп “Башҡорт телендә һөйләшәм”шиғырын уҡыныҡ.
Тел-ул милләт йәшәүе,шуға әсә телебеҙҙе беләйек,уны һаҡлайыҡ!