«Күңел утрауында» һөйөнөслө яңылыҡ!!!
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 2018 йылда боронғо баш кейемебеҙ таҡыяға арнап «Таҡыя нағышы» исемле конкурс иғлан иткәйне.
Беҙҙең 2-се модель китапхана- филиалында ойошторолған «Күңел утрауы» клубы оҫтабикәләре үҙҙәрен һынап ҡарау маҡсатында был бәйгегә ихлас, ҙур теләк менән кушылдылар һәм еңеп сығып ике бәйгенең өс номинацияһында ла беренсе урындарға лайыҡ булдылар!
– «Ҡатын -ҡыҙҙың заманса баш кейеме таҡыя» – 1 урын:
Әлфиә Фазылйән ҡыҙы Арыҫланова ;
– «Ир-аттың заманса баш кейеме таҡыя (түбәтәй)» – 1 урын Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы Биктимерова .
https://vk.com/bashkizi?w=wall-37933420_8187%2Fall
Икенсе йыл дауам иткән “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһендә «Башҡорт ҡурсағы» эшләүселәр араһында Зәлиә Ғибәҙәт ҡыҙы Ишморатова 1 урынға лайыҡ булды . Башҡорт ҡурсағыbashkortostankyzy.rbsmi.ru
«Күңел утрауы» клубы оҫтабикәләрен лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бындай берҙәм уңышҡа өлгәшкәнгә беҙ бик шатбыҙ һәм һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, оло ҡыуаныстар һәм яңынан- яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Милләтебеҙ тарихына, ҡомартҡыларына, мәҙәниәтенә булған һөйөүегеҙ артабан да яҡты үрҙәргә әйҙәһен! Киләсәктә лә “Күңел утрауы” клубының эшен үҙегеҙҙең әүҙемлегегеҙ, ихлас, дәртле күңелдәрегеҙ менән гөрләтеп , китапхананың яҡын дуҫтары булып, оҫта ҡулдарығыҙҙан һөйөнөп йәшәгеҙ!
Нәзирә Йәнбирҙина, 2- се китапхана – филиалы мөдире