logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Сибайская централизованная библиотечная система»
городского округа город Сибай Республики Башкортостан

«Театр – күңелдәрҙе уятыр»

«Театр – күңелдәрҙе уятыр», ти мәҡәл, 7 февраль көнө ҡаланың 5-се китапхана-филиалында Театр йылына арналган “ Минең профессиям- актер!” исемле осрашыу кисәһе булып үтте. Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрының сағыу йондоҙҙары Баязитова З.Г һәм Йосопова А.Ф саҡырылды. Заман елдәре нисек кенә иҫһә лә, тормош дауам итә ,сәхнәне, мәҙәниәтте үҙ итеүселәр ҙә юҡ түгел. Сараға урындагы Сибай инвалидтары ойошмаһы ағзалары саҡырылды. Осрашыу кисәһе бик йәнле үтте, сөнки театрҙы яратмаған кеше юҡтыр, театр бит ул – үҙенсә тормоштоң асыҡ көҙгөһө, тамашасыға һабаҡ та. Китап уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар театр тарихын, һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырган һорауҙарға яуаптар, шулай уҡ “Тол ҡатындар “спектакленән өҙөк ҡарап кинәнделәр. Ә инде, беҙгә күңел байрамы һәм ял сәғәттәре бүләк иткән артистарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.